?

Log in

No account? Create an account

h02


"Һаҡмар" гәзите ниҙәр яҙа.


Быуат афәте
h02

“Һөйгәнемә ҡарап үҙемде ҡәһәрләнем”

2000 йылда беҙҙең район-ҡалала ВИЧ инфекциялы 1 кеше бар ине. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 71-гә етте. Шуларҙың араһында ВИЧ-инфекцияға дусар булып донъяға килгән бала бар. Бынан биш-алты йыл элек кенә инфекция бүлеге мөдире, табип-инфекционист Г.Ә. Латыпова: “Әгәр ВИЧ былай тиҙ таралыуын дауам итһә, тиҙҙән һәр беребеҙҙең был ауырыуға дусар булған танышы буласаҡ”, – тип борсолоуын белдергәйне. Эйе, был һүҙҙәр әсе хәҡиҡәт булып сыҡты. Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға ВИЧ-инфекцияға дусар булған егет менән әңгәмә тәҡлим итәбеҙ. Уның һүҙҙәре һәр кемебеҙ өсөн һабаҡ булһын ине.

– Әлбиттә, тәү сиратта, һиңә әңгәмә бирергә ризалашҡаның өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерге килә. Был аҙымыңды ниндәйҙер кимәлдә батырлыҡ тип һанайым... Һин үҙеңдең ВИЧ-инфекциялы икәнлегеңде ҡасан белдең?

– Студент йылдарында. Беҙ йыл һайын медицина тикшереүе үтә торғайныҡ. Әлбиттә, иң тәүҙә анализдар тапшыра инек. Анализды ҡабаттан тапшырырға ҡушҡастар ҙа, бер ни ҙә уйламаным. Һуңынан мине табипҡа саҡырттылар һәм минең ВИЧ-инфекциялы булыуым хаҡында әйттеләр.

Тулыһынса...Collapse )

– Был һинең өсөн көтөлмәгән хәл булдымы?

– Шулай инде, кем үҙен егерме йәштә генә үлемесле ауырыуға дусар буласағы хаҡында уйлаһын? Мин бик оҙаҡ ҡатып ултырҙым. Бер ни ҙә өндәшә алманым. Табиптарға рәхмәт, улар минең менән бик итәғәтле, матур итеп һөйләште, ВИЧ-инфекцияһы тураһында аңлатты, уның хаҡында төплө итеп яҙылған китаптар бирҙе.

– Һин был ауырыуҙы кемдән йоҡторғаныңды белдеңме?

– Табиптар миңә ВИЧ-инфекцияһы тураһында аңлатҡас, минең кем менән енси бәйләнештә булыуымды асыҡлай башланы. Был уларға кемдеңдер сирҙе артабан таратыуына юл ҡуймау өсөн кәрәк ине. Бигерәк тә күңелле тормош алып барған күп һанлы студенттар араһында.

– Һинең дуҫлашып йөрөгән ҡыҙың бар инеме?

– Эйе, әммә ВИЧ-инфекцияһын мин унан түгел, ә икенсе осраҡлы ҡыҙҙан йоҡтороуымды асыҡланылар.

– Һинең өсөн иң ауыры нимә булды?

– Иң ауыры яратып йөрөгән ҡыҙыма миндә ВИЧ-инфекцияһын табыуҙарын һәм уға ла анализдар тапшырырға кәрәклеген әйтеү булды. Уның ҡото осто. Анализдар һөҙөмтәһе билдәле булғансы бер туҡтамай иланы, буғай. Ябыҡҡан, хәлһеҙләнеп һүнеп ҡалған һөйгәнемә ҡарап үҙемде ҡәһәрләнем. Аллаға шөкөр, унда ВИЧ-инфекцияһы табылманы.

– Һеҙ хәҙер ҙә осрашаһығыҙмы?

– Юҡ, бынан һуң ул минең менән осрашыуҙан түгел, һөйләшеүҙән дә ҡәтғи баш тартты. Мин уны аңлайым. Уның урынында һәр кем шул аҙымды һайлар ине, моғайын.

– Ата-әсәйең, башҡа яҡындарың һинең диагнозың хаҡында беләме?

– Ата-әсәйем белә, әлбиттә. Уларға был хаҡта әйтеүе бик ауыр булды. Бәлки, яҡындарыма әйтмәҫкә лә кәрәк булғандыр... Атайым минең менән ҡул биреп һаулыҡ бирешеүҙән ҡаса. (ВИЧ ҡул бирешеүҙән йоҡмай-авт.) Әсәйемдең күҙҙәрендә һәр саҡ һағыш, оҙағыраҡ һөйләшеп ултырһаң, илай башлай. Шуға күрә мин яңғыҙ йәшәргә хәл иттем. Сөнки яҡындарымдың ҡайғылы ҡараштарын күтәреүе лә ҡыйын ине. Ата-әсәйемә рәхмәт, улар миңә бер бүлмәле фатир һатып алырға ярҙам итте.

– Һин эшләйһең дә бит. Коллегаларың ВИЧ-инфекциялы булыуың хаҡында беләме?

– Юҡ, әлбиттә. Уларҙың был хаҡта белһә, миңә ҡарашы ниндәй буласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Сөнки күптәр ВИЧ-инфекция тураһында бер ни ҙә белмәй. Мин үҙем уға дусар булғанға тиклем, бөтөнләй ҡыҙыҡһынманым. ВИЧ-инфекцияһы барлығы тураһында ишетеп кенә белдем. Ул саҡта үлемесле сир ҡайҙалыр ситтә, уның хәүефе миңә бөтөнләй янамай, тип уйланым. Коллегаларым минең ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белеп ҡалһа, эштән китергә тура киләсәк. Сөнки күптәр был ауырыуҙы һауанан да йоға тигән фекерҙә.

– Һин һаулығыңды, үҙеңдең хәл-торошоңдо һәр саҡ контролдә тоторға тейешһең...

– Эйе, минең өсөн ябай тымау ҙа хәүефле. Шуға күрә табипҡа ваҡытында барырға, тейешле профилактикалау сараларын үтергә кәрәк. Был йәһәттән медицина хеҙмәткәрҙәре күҙ уңынан ысҡындырмай, әгәр юғалып торһаң, өйгә килеп етәләр. Табиптарҙың хәстәрен тойоу бер яҡтан рәхәт булһа, икенсе яҡтан, ошондай тере “ғәрип” булып йөрөүе ауыр.

– Һин ҡара кейемгә өҫтөнлөк бирәһең. Был һинең күңел торошоңмо?

– Бәлки. Мин үҙемдең ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белгәс, Виктор Цойҙың йырҙарын тыңлай башланым. Ул йышыраҡ ҡара кейемдә йөрөгән бит. Ә инде Цойҙың йырҙары минең хәлемде аңлап ижад ителгән кеүек тойола.

– Йөрәгеңде ауыр хистәр йыш биләйме?

– Депрессияға бирелеп алам. Ҡайһы саҡта: “Ә ни өсөн йәшәргә миңә был донъяла?”-тип уйланып китәм. Тормоштоң мәғәнәһен күрмәй, эсеп алам. Әлбиттә, был проблеманы хәл итеү юлы түгел. ВИЧ-инфекциялы икәнлегемде белгәс тә, бигерәк йыш эсә торғайным. Хәҙер әкренләп был алама ғәҙәттән баш тарта башланым. Күберәк дини тапшырыуҙар тыңларға, китаптар уҡырға тырышам. Миңә шундай һынау бирелгән икән, тимәк, шулай кәрәк булған.

– Үҙеңде киләсәктә ғаилә башлығы, атай тип күрәһеңме?

– Юҡ! ВИЧ-инфекциялы парҙар өйләнешеп, бала тапҡанын белеп, күреп йөрөйөм. Әммә мин әле донъяға ла килмәгән сабыйҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәйем. Ҡайһы саҡта ВИЧ-инфекциялы ата-әсәнән дә һау балалар донъяға килһә лә, был аҙымға бер ҡасан да бармаясаҡмын.

– СПИД-террорсылар тураһында ишеткәнең барҙыр. Уларҙың маҡсаты – башҡа кешеләргә лә ВИЧ-инфекция таратыу. Ундай кешеләргә ҡарашың?

– Әлбиттә, кире ҡараштамын. Икенсе яҡтан, уларҙы ниндәйҙер кимәлдә аңлайым да, улар үҙҙәренең ВИЧ-ҡа дусар булыуҙарын ҡабул итә алмайҙар. Шул уҡ ваҡытта ВИЧ-инфекциялы кешеләрҙе үлтереү уйы менән янған йәштәр булыуы хаҡында ла онотмайыҡ.

– СПИД-ҡа ҡаршы дарыу табасаҡтарына ышанаһыңмы?

– Тәүҙә ниндәйҙер өмөт бар ине, хәҙер был мөмкин түгелдер тип уйлай башланым. Күрәһең, беҙгә Юғары көс тарафынан һынау өсөн ебәрелгән, дауалап булмаған сирҙәр  барҙыр. Мәҫәлән, шул уҡ онкология ауырыуҙары. Унан да нисәмә йөҙ йылдар дауа таба алмайҙар бит.

– Бар кешелеккә мөрәжәғәт итә алһаң, ниҙәр әйтер инең?

– Мин иң тәүҙә йәштәргә мөрәжәғәт итеп, тәртипһеҙ йәшәү рәүешенән, наркотиктарҙан, осраҡлы енси бәйләнештәрҙән бөтөнләй баш тартырға өндәр инем. ВИЧ ҡайҙалыр Африкала түгел, ә бына – беҙҙең яныбыҙҙа ғына ул. Мин дә ҡасандыр һәр саҡ йәш, дыуамал булырмын, бәхетле минуттар ғына кисереп йәшәрмен, тип уйлай торғайным. Әле лә өҙөлөп яратҡан һөйгән йәрем булыуға ҡарамаҫтан, нәфсемә баш була алмай, икенселәргә лә күҙ һалдым... Күрәһең, миңә хыянатым өсөн шундай яза бирелгәндер.

– Фәһемле әңгәмәң өсөн рәхмәт. Хоҙай Тәғәлә һиңә күңел тыныслығы, сабырлыҡ һәм түҙемлек ебәреүен теләйем.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.


“Мин уның ғазапланыуын теләмәнем...”
h02

Тәфтишселәр менән аралашҡан ваҡытта, ҡайһы бер судтарҙа тәржемәсе булараҡ ҡатнашҡанда, ҡылынған һәр енәйәттең төп сәбәбе – эскелек булыуы асыҡлана. Хоҡуҡ һаҡсылары әйтеүенсә, хәмер йоғонтоһонда үтә тыныс кеше лә яһиллана, уҫаллана. Шул уҡ ваҡытта иҫерек килеш енәйәт ҡылыу ғәйепләнеүсене аҡламауын, ә киреһенсә, уға ҡарата ҡулланыласаҡ язаның көсәйтеләсәген оноторға ярамай.

Шуға ҡарамаҫтан, енәйәтселәр йыш ҡына хәмер йоғонтоһонда булыуҙарын, шуға күрә үҙҙәренең нимә эшләүҙәре хаҡында бөтөнләй хәтерләмәүҙәре менән аҡланырға маташа. Эйе, эскеселәрҙең дә төрлөһө була: кемеһелер “шайтан һыуы”н йотоу менән ятып йоҡлай, бәғзеләр ҡаңғыра, тауыш күтәрә, өсөнсөләр һалҡын аҡыл менән ҡот осҡос вәхшилек ҡыла. Сираттағы ҡорбандың үтә ябайлығы, бер ҡатлылығы, кешеләргә тиҙ ышаныусанлығы һәм, бәхетһеҙлеккә, эсергә яратыуы – уның ғүмерен йәшләй өҙә...

Read more...Collapse )


Хәмер ҡолдары

Был өс йәш ирҙе уртаҡ бәлә, дөрөҫөрәге, яҡындарының сикһеҙ ғазабы таныштыра. Улар наркология клиникаһында күпмелер ваҡыт бергә дауалана. Үҙҙәрен иҫерткес эсемлектәрҙең ҡоло булыуын танырға теләмәгән эскеселәрҙе яҡындары клиникаға урынлаштырыуға өлгәшә. Баш ҡалала йәшәгән Айрат, ҡатыны бер йәшлек балаһын ҡосаҡлап алдына килеп теҙләнгәс, дауаланырға риза була.

“Өйләнеп, иркемде юғалтырға мин алйотмо ни?” – тигән ҡарашты алға һөргән Юлайҙы ата-әсәһе күндерә. Берҙән-бер улдарын наркология клиникаһына һалырға әсә кеше тәүҙә ҡаршы була. “Һин күрҙеңме, унда тәҙрәләрҙә лә тимер рәшәткәләр тора. Улыңды төрмәгә бикләргә йәлләмәйһеңме ни? Унда уны кем йүнләп ашата?” – тип илай ул.

Юлайҙың атаһы улының тәрбиәһен ҡатыны ҡулына тапшырып бик яңылышыуын аңлап аҙарына. “Ҡатынымдың һаулығы булмағас, тағы балалар табырға йөрьәт итмәнек. Юлайҙы минең атайым һәм әсәйем дә, ҡайны-ҡәйнәм дә ҡулында ғына йөрөттө. Уны ялға, байрамға алып ҡайтыу өсөн үҙ-ара бәхәсләшеп китерҙәр ине”, – тип ауыр көрһөнә ул.

Эйе, ҙур ҡалала, иркен фатирҙа йә-шәгән малай бала саҡтан үҙ һүҙле булып үҫә. Ул асыуланып ҡысҡырһа ла, буштан-бушҡа мыжыһа ла, олатай-өләсәйҙәренең һәм, айырыуса, әсәһенең һуҡыр мөхәббәтенә сорналып йәшәй. “Улымдың үҫмер сағында уҡ тәмәке, һыра менән мауығып китеүен күреп, ҡаты ғына һөйләшеү булды. Тик әсәһе: “Ҡуй, өндәшмә, асыуланып наркотиктарға барып етер. Ана бит тиҫтерҙәре араһында наркомандар күп”, – тип тыйҙы. Шул саҡта уҡ улыма яҡшы ғына һабаҡ бирергә кәрәк булған да бит”, – ти ата кеше.

“Әйҙәгеҙ, ауылға!”

Айрат һәм Юлай үҙ-ара уртаҡ телде тиҙ таба. Ә инде ауылда йәшәгән, ябайлығы, ихласлығы менән айырылып торған Насиптан улар бергәләшеп көлөргә әүәҫләнеп китә. Сабыр ауыл кешеһе үпкәләмәй, теге икәүҙең мәрәкәләү-төрттөрөүҙәренә йылмайып ҡына ҡуя.

Шуны ла әйтергә кәрәк, эскеселәр үҙ теләге менән иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартмаһа, уларға бер ниндәй ҙә наркология клиникаһы ла, сихырсылар ҙа,  имселәр ҙә ярҙам итә алмай. Танышып, бер “өй” булып йәшәгән ирҙәр ҙә ҡалаға сығып, араҡы йәки көмөшкә һатып алыу әмәлен табып ҡына тора.

Дауаланыу ваҡыты тамамланыуға яҡынлашҡас, Айрат менән Юлайҙың                танауы төшә. “Хәҙер тағы башлана инде, “эсмә, мине уйламаһаң, балаңды уйла”    тип мейе серетеүҙәр”, – тип асыулана Айрат. Ҡәйнә йортонда йәшәгән ир ҡатынының ғына түгел, уның әсәһенең дә  мыжыу-әрләүен тыңларға мәжбүр булыуына зарлана. Юлай: “Минең ҡарттар ҙа күҙәтеү аҫтына алып, тын алырға ла                  ирек бирмәй. Бер ҡайҙа сыҡһаң, минут һайын шылтыратып аптыраталар. Бер    ҡайҙа китеп олағыр кәрәк ине!” – ти.

Яңғыҙы йәшәгән Насип уларҙы ауыл-дарына йәшәргә саҡыра. “Әйҙәгеҙ, бер-гәләшеп бер эш асып ебәрербеҙ, беҙҙә ул йүнәлештә эшләгән эшҡыуарҙар юҡ әле. Аҡса ла булыр”, – тип тәҡдим итә.

Береһе ғаиләһенән, икенсеһе ата-әсәһенән азат булып ҡаласағын аңлаған Айрат менән Юлай ҡыуанып риза була. Уларҙың икеһенең дә туғандары был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итә. Юлайҙың әсәһе улына дауалау килешеп, аҡылға            ултырыуға һөйөнөп бөтә алмай. “Улым, ауыл ҡыҙҙарын күҙләп йөрө, улар уңған була”, – тип наказын да биреп өлгөрә. Атаһы ғына яңы клиниканан сыҡҡан өс әшнәгә ҡарап уларҙың ниндәйҙер эш атҡарып сыға алыуында шикләнә. Тик ҡатынының күңелен төшөрмәү өсөн бер ни ҙә әйтмәй.

Көҙгөһөн мул аҡса менән ҡайтасағын белдергән Айратты тыңлап, йәш әсә хатта сәпәкәйләп ала. “Эйе, бүлмәбеҙҙә ремонт эшләрбеҙ, бәләкәскә ҡышҡы кейемдәр алырбыҙ”, – тип һөйөнә ул.

Көмөшкә йылғалай аға...

Яҡындарын тынысландырып оҙатҡан ирҙәр Насиптың ауылына барып төшә. Айрат менән Юлай магазинға инеп араҡы ала. Яҡындары аҙыҡ-түлеккә, эш башлауға тип ҡалдырған аҡса көндән-көн ирей бара. Өс ир бер ай күрмәгән хәмер эсендә йөҙә генә. Бер көн Айрат артабан һыра ғына эсәсәген белдерә. “Мин ял итеп туйҙым инде, тиҙҙән ҡайтыу яғына юлланасаҡмын”, – тип белдерә ул.

Ул кис Насип менән Юлай аш бүлмәһендә көмөшкә һемерә. Айрат түрбашта телевизор ҡарай, үҙе өсөн генә тип алған һыраһын эсә. Күрше бүлмәләгеләрҙең бер нисә мәртәбә ныҡ ҡына талашыуын ишетә, әммә ул яҡҡа сығып та әйләнмәй. Ғөмүмән, ауыл тормошо ла, бер уңайлығы булмаған өй ҙә, аҡсаһыҙлыҡ үҙәгенә үтә башлай уның. Ярай әле, ауыл магазинында Насипҡа һатыусы һораған әйберен яҙҙырып бара. Уның да түҙемлеге сикле, һаман түләмәгән өсөн “кредитты” япһа, нимә эшләйәсәктәр, билдәһеҙ. Ниндәйҙер эшкә тотоноп китергә елкә кәрәк. Төшкә тиклем йоҡлап ятҡас, ниндәй эш асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатып булһын инде. Шуға күрә Айрат, аш бүлмәһендәге шау-шыуға иғтибар ҙа бирмәй, диванда һыра һемереүен дауам итә.

Насип менән Юлай буласаҡ эштәре ниҙән башланырға тейеш икәнлеге тураһында һүҙ ҡуйырта. Хыялдары иртәгә үк тормошҡа ашасаҡ тип уйлаған иҫеректәр тағы талашып китә. Бала саҡтан һүҙен һүҙ итеп өйрәнгән Юлайға ниндәйҙер ауыл кешеһенең уға ҡаршы сығыуы оҡшамай. Ул бер нисә мәртәбә йорт хужаһына аҡы-рып ҡарай ҙа, тыңлата алмағас, өҫтәлдә ятҡан ҙур бысаҡ менән уға бер нисә мәр-тәбә сәнсә. Унан иҫе лә китмәй, ултыр-ғысҡа ултыра төшкән Насипты ҡалдырып, тышҡа тәмәке тартырға сығып китә. Ҡанһыраған Насип тәүҙә ауыртыу-һыҙланыу-ҙарына түҙә алмай шаңҡып ҡала, унан телевизор тауышы яңғыраған, Айрат һыра эсеп ултырған түрбашҡа йүнәлә...

“Беҙ ғәйепле түгел!”

Суд барышында Айрат та, Юлай ҙа үҙҙәренең өлөшләтә генә ғәйепле булыуын иҫбатларға тырышты. Туғандары тарафынан ялланған көслө адвокаттар ҙа уларҙы төрлө ысулдар менән аҡларға маташты. Бысаҡта уның да бармаҡ эҙҙәре булыуын, өҫ-башына ҡан таптары сәсрәүен Айрат, янында көтмәгәндә аяғында саҡ баҫып торған Насип барлыҡҡа килгәс, баҙап ҡалыуын, артабан уны тоторға маташҡанда ҡолап китеүҙәре менән аңлатырға маташты. “Уның яралы булыуын да һуңынан ғына күрҙем, нисек мин уны үлтерәйем!” – тине ул күҙ йәштәре аша.

Шул уҡ ваҡытта медицина экспертизаһы Насиптың тәүҙә үлемесле яралар алыуын, һуңынан уның ғүмерен өҙгән тағы бер йәрәхәт булыуын асыҡланы.

Судта Айраттың тикшереү барышында бирелгән күрһәтмәләре уҡылды. Эйе, йорт хужаһы ысынлап та уның янына килә. Ҡанһыраған, көскә тын алған Насип иҙәнгә йығылғас, Айрат уның ҡулындағы бысаҡты күреп ҡала. Үҙ өҫтөнә ғазраил яуаплылығын алған был әҙәм: “Үлем менән йәшәү араһында булып, түҙгеһеҙ ғазап кисергән Насипты йәлләнем. Шуға күрә мин уны... салдым”, – тип күрһәтмә бирә.

Эйе, Айрат “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу йәки урамға сығып һөрән һалыу урынына үҙенсә был мәсьәләне “еңел” генә хәл итә. Тәфтишсенең: “Һеҙ Насиптың “барыбер үләсәген” нисек билдәләнегеҙ? Һеҙҙең медицина белемегеҙ бармы ни?” – тигән һорауына “Мин шулай тойҙом”, –тип яуап бирә.

Күпме генә аҡланһалар ҙа, Айраттың да, Юлайҙың да енәйәте тулыһынса асыҡланды. Улар икәүһе лә оҙайлы йылдарға ҡаты режимлы колонияға хөкөм ителде.

“Шулай яҡшыраҡ булыр...”

Судтан һуң Юлайҙың әсәһе: “Эй, балаҡайым, күпме генә эсһәң дә, яныбыҙҙа ғына булһаңсы”, – тип үҙәкте өҙөрлөк итеп иланы ла иланы. Унан бар асыуын тормош иптәшенә төшөрөп: “Һин барыһына ла ғәйепле, тәүҙә дауаханаға бикләнең, унан төрмәгә оҙаттың. Тыуған ҡалаһында ғына йөрөһә, ундай бәләгә тарымаҫ ине”, – тип ҡысҡырҙы. Ҡатынының түҙә алмаҫлыҡ ҡайғынан нимә һөйләгәнен аңламауын төшөнгән ир өндәшмәй генә башын эйҙе. Ата кешенең дә мәңгелек хәсрәткә батыуын, ғаиләһенә килеп ингән фажиғәнән тиҙ генә арына алмаясағы һиҙелеп тора ине. Өс ғаиләнең шатлыҡ-ҡыуанысы ғына булып үҫкән малайҙы шундай яҙмыш көтәсәген, төрлө уйҙырмалар табып әрме сафынан алып ҡалған йәш   егеттең оҙайлы йылға төрмәгә ябыласағын кем белгән...

Балаһын ҡосаҡлап, ҡайғынан һығылып төшкән йәш ҡатынды әсәһе ҡосағына алды. Ҡаты ғәҙеллеге менән мейегә үтеп ингән һүҙҙәр яңғыраны: “Ҡыҙым, тыныслан, бәлки, шулай яҡшыраҡ та булыр. Нисәмә йылдар үҙеңде онотоп уға хеҙмәт иттең бит!”

Был ханым әйтеүенсә, ҡыҙҙарының Айратҡа кейәүгә сығыуы улар өсөн көтөлмәгән хәл була. Сөнки йәш ҡыҙ, Айрат менән танышҡанға тиклем, итәғәтле, матур ғаиләнән булған егет менән осраша. Шул саҡта уҡ эсергә яратҡан кейәү балаҡай ғаиләнең фажиғәһенә әүерелә. Ҡыуып ҡына сығарырҙар ине, ҡыҙҙары: “Мин унһыҙ йәшәмәйем – үләм!” – тип ҡурҡыта.

Суд ҡарарын ишеткәндән һуң ҡатып ҡалған йәш ҡатын бер аҙ тынысланғандай булды. Бәлки, әсәһенең һүҙҙәре, ниһайәт, уның йөрәгенә үтеп ингәндер. Уның йәшәү мәғәнәһе, ышаныс-терәге – балаһы бар бит.

Эйе, мәрхәмәтле күңелле булғанғамы, әллә үҙенә бергә-бергә эсергә шешәләштәр эҙләпме, йортона индергән яуыз ниәтле әҙәм аҡтыҡтары тарафынан һәләк булған Насип бик тә йәл. Уның да киләсәккә үҙ өмөт-ышаныстары, уй-хыялдары бар ине бит. Тик донъяны айныҡ ҡараш менән ҡабул итә белмәү, һәр мәсьәләне хәмер менән хәл итеү, һуңғы осор көндө шешә менән башлау Насиптың ғүмерен шулай фажиғәле тамамланы. Был йәш ир хаҡында ауылдаштары: “Эйе, эсте, әммә уның бер кемгә лә зыяны теймәне. Иҫерә башлау менән, ятып йоҡларға урын эҙләй башлар ине. Ошо сит-ят ике кешегә ышаныуы уның башына етте лә инде...” – тип көрһөнә.

Уйлап ҡараһаң, күпмелер кимәлдә кешеләрҙең бер-береһенә булған иғтибарһыҙлығы һәм битарафлығы ла ғәйепле бында. Ни өсөн бер өй булып, әллә нисәмә аҙналар буйы эсеп ятҡан ирҙәрҙе бер кем дә контролгә алмаған? Элегерәк бының өсөн хоҡуҡ һаҡсыларының түгел, ә ауылдың абруйлы аҡһаҡалдарының бер ҡәтғи һүҙе, хатта уҫал ҡарашы етә ине бит.

Эйе, оҙайлы йылдарға төрмәгә ябылған Айрат менән Юлайға хәҙер хәмерҙе, наркология клиникаһында дауаланмайынса ла, оноторға тура киләсәк.

Үкенестәр шишмәһе, бәхетһеҙлек даръяһы булып аҡҡан хәмерҙең сираттағы ҡорбаны кем икән?..

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.


"Һаҡмар": Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл
h02
Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл
Азатлыҡ өсөн көрәшкән халыҡ улы
Башҡорт халҡының бөйөк улы, Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец Муса Лотфулла улы Мортазиндың тыуыуына 2011 йылдың 21 декабрендә 120 йыл тула.

Ул кесе йәштән үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән башҡа тиңдәштәренән ҡырҡа айырылып торған. Алпамышалай буй-һын, көрәшселәргә генә хас булған киң күкрәк, мускуллы беләктәр; етеҙ, ышаныслы ҡыйыу хәрәкәт һәм ғәйрәтле ҡара-һоронҡо йөҙө, киң маңлайы, аҡыллы ҡоңғорт күҙҙәре, ҡуйы ҡара шырт мыйыҡтары тәү күргән бөтә кешене лә үҙенә тиҙ йәлеп иткән.Read more...Collapse )

"Һаҡмар": Беҙҙең әңгәмә
h02
Ете нотанан тыуған мөғжизә
Сихри йәйғорҙоң ете төҫтән тороуында, кешелектең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған йыр-моңдоң да ете нотанан хасил булыуында оло мәғәнә бар. Ә ысын сәнғәт оҫталары ошо ете генә төҫтө йәиһә нотаны мең төрлөгә байыта ала. Мин күкрәк моңо ана шул ете нота ҡыҫаларын артылып, тау юлдары кеүек урау-урау, йылға кеүек иркен ағышлы йырҙары менән халыҡтың һөйөүен күптән яулаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид исемендәге премия, район, республика һәм Халыҡ-ара бихисап йыр бәйгеләре лауреаты Рауил Харрасов менән әңгәмәнең шаһиты булырға саҡырам.

– Рауил ағай, беҙ һеҙҙе иң элек күркәм алтын юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ошо уңайҙан яратҡан тамашасыларығыҙҙы ҡыуандырырға ла йыйынаһығыҙ шикелле...
– Эйе, минең тағы ла бер юбилей – сәхнәгә сығыуыма 30 йылдан ашты. Ошо ике датаны билдәләп, 15 декабрҙә халыҡ ижады үҙәгендә “Рауил Харрасов сәхнәләш дуҫтарын йыя” тип аталған концерт ҡуйырға йыйынып йөрөйөм. Тамашасыға оҡшар, тип уйлайым.
– Ниндәй йырҙар менән һөйөндөрмәксеһегеҙ?
– Концерт программаһына халыҡ, ретро һәм эстрада йырҙары ингән. Хөсәйен Әхмәтов, Сара Садыҡова, Нур Дауытов кеүек профессиональ һәм Хисмәт Дәүләтов, Вилүр Мәүлитов, Дамир Солтанов кеүек һәүәҫкәр композиторҙарҙың ижады яңғыраясаҡ.
– Һеҙҙең йырҙарҙы “Юлдаш” радиоһы аша йыш ишетәбеҙ, телевидениенан клиптарығыҙ ҙа күренгеләп ҡала. Нисә йырығыҙға клип төшөрөлгән?
– “Уҙған ғүмер”, “Маһисәрүәр”, “Әсәй, һине йыуатам”, “Йәшлек эҙҙәре”, “Йәшәп һыуһын ҡанманы” йырҙарына Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бик сағыу клиптар төшөрҙө.
– Һеҙ ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙе үҙләштергәнһегеҙ: игенсе, уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре... Барыһы ла ижади һөнәрҙәр. Улар әлеге көндә күңелегеҙҙә ҡыбырлап ҡуямы?
– Агитбригада менән сыҡҡан саҡта иген еҫен еҫкәһәм, ҡара ерҙе, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙы күрһәм, дәртләнеп китәм. Сөнки мин бәләкәйҙән атайыма эйәреп комбайнда ярҙамсы булып йөрөнөм. Мәктәптән һуң атайым менән ике комбайнда бер звено булып эшләнек. “Йылайыр” совхозы баҫыуҙарында икәүләп ике комбайнда 1000 гектар игенде яҫмаға һалдыҡ. Унан әрмегә киттем. Унда бер көндө беҙҙе теҙеп ҡуйҙылар ҙа: “Рядовой Харрасов! Һеҙ әрмегә тиклем комбайнда яҡшы эшләгәнһегеҙ икән! Тыуған яғығыҙҙан – ВЛКСМ обкомынан Почет грамотаһы килгән. Сығып алығыҙ!” – тип Почет грамотаһын тапшырҙылар. Аҙаҡтан хеҙмәттәштәр мине бер килке “Комбайнер” тип шаяртып йөрөттө.
Уҡытыусылыҡҡа килгәндә, минең дәрестәрем һәр ваҡыт йыр-моң менән бәйле булды. Мин: “Һиңә сәнғәт юлын һайларға кәрәк”, – тип өгөтләгән уҡыусыларым Башҡорт дәүләт академия, Сибай дәүләт драма театрҙарында билдәле артистар булып китте.
– Киләсәккә ниндәй уйҙар менән йәшәйһегеҙ?
– Ижади эҙләнеүҙәр, яңы йырҙар өҫтөндә эшләргә тырышам. Әммә бөтәһе лә сығымдар талап итә. Барлығы 30-ҙан ашыу йырым тупланды. Шуларҙы айырым аудио-диск итеп сығарыу уйы бар. Артабан халыҡ йырҙарына иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк. Баймаҡ биләмә-ара китапханалар селтәре менән берлектә район мәктәптәрендә халыҡ йырҙары буйынса лекторийҙар ойоштороу планға индерелгән. Ошо өлкәлә ҙур эш башларға торабыҙ.
– Барлыҡ изге уй-хыялдарығыҙ ҙа ғәмәлгә ашһын! Һеҙҙең йыр-моңға ғашиҡ тамашасылар концертығыҙҙан халҡыбыҙ моңо менән танһығын ҡандырһын, ә һеҙгә артабан да ижади бейеклектәр, талмаҫ ҡанаттар теләйбеҙ!
– Рәхмәт!

Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.
"Һаҡмар": Беҙҙең әңгәмә

"Һаҡмар": Әҙәби кисәләр
h02
Таш келәттең сере ниҙә?

Яҙыусы Гөлнара Мостафина менән осрашыу үтте

...Тимер юл вокзалы. Алтынсы класҡа күскән Ирек менән Арыҫлан Иректең һеңлеһе – ҡала ҡыҙы Ләләне ҡаршыларға килгән. Тик ваҡыт байтаҡ булыу сәбәпле, улар поезд аҫтынан йөрөп уйнап ҡыҙыҡ хәлдәргә, хатта шикле әҙәмдәргә лә тарып бөтәләр. Уйынға әүрәп, Ләләне ҡаршыларға ла онотоп ҡуялар. Иректең атаһы уларҙы орошоп алып ҡайтыуға, баҡһаң, Ләлә юл ыңғайына осраған машинаға ултырып, үҙе килеп тә еткән. Ләләнең ныҡышлығы менән дуҫтар оҫтахана вазифаһын үтәгән бик серле таш келәт менән таныша. Артабан уларҙы ни көтә? Ауылға ҡунаҡҡа ғына килгән Ләлә ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтып китер? Таш келәттең сере ниҙә? Ошо хаҡта Гөлнара Мостафинаның “Таш келәттең сере” исемле повесында танышырға мөмкин. Повесть 1 ай элек кенә республикабыҙҙың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән шул уҡ исемле китапҡа ла ингән.

Яңыраҡ район балалар китапханаһында “Һағыҙаҡ балы”, “Таш келәттең сере” китабының авторы – яҡташыбыҙ Гөлнара Мостафина 4-се мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Гөлнара Дамир ҡыҙы – Билал ауылынан. Бер көн алда ғына Билал мәктәбендә лә уның менән йәнле осрашыу үткән, ауылдаштары яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәктәй йылыҡай ғына китабын кемуҙарҙан ярышып алып та бөткәндәр.

Осрашыуҙа балалар китапханаһы китапханасыһы Гөләйшә Рафиҡова авторҙың, әҙәби ижадтан тыш, “Шоңҡар” журналында яуаплы секретарь булып эшләүен, әүҙем яҙышыуын, бигерәк тә “Самауырҙы йыҡҡансы” рубрикаһы аҫтындағы әңгәмәләренең тормошсан, ҡыҙыҡлы булыуын билдәләне. Уҡыусылар уның “Һағыҙаҡ балы” китабын ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығандар һәм, мөмкинлектән файҙаланып, авторға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр.

Осрашыуҙан һуң балалар Гөлнара Мостафина менән иҫтәлеккә фотоға төштө, автограф алды. Мин дә үҙ сиратымда уға ҡыҙыҡһындырған һорауҙарым менән мөрәжәғәт иттем.

– Гөлнара апай, балалар өсөн яҙыуы ҡыйыныраҡ, тигәнде ишеткәнем бар. Һеҙҙең өсөн нисек?

– Шулай тип әйтәләр шул, әммә миңә, киреһенсә, еңелерәк. Ошо матур донъяға инеп китәһең дә, шунда йәшәп тик ятаһың.

– Әҫәрҙәрегеҙҙәге геройҙарығыҙҙың прототиптары бармы?

– Повестың, “Нисек аҡыллы булырға?” хикәйәһенең генә прототиптары юҡ, ҡалғандарыныҡы бар.

– Ҡасандан яҙыша башланығыҙ?

– Билал мәктәбендә ижад альбомы бар. Кисә осрашыуҙа минең 7-се класта үҙ ҡулым менән яҙған “Иҫке дуҫ” исемле хикәйәмде уҡып ишеттерҙеләр. Мин мәктәптә үк әлеге кеүек кимәлдә яҙғанмын икән. БДУ-ны тамамлағандан һуң 10 ай тирәһе балалар баҡсаһында эшләп алғайным, шул ваҡытта ныҡлап яҙыша башланым. Балалар араһында эшләүем дә этәргәндер инде.

– Киләсәккә ижади пландарығыҙ нисек? Балалар өсөн тағы ниҙәр ижад итмәксеһегеҙ?

– Тәүҙә балаларҙың ижадыма ҡарашын белгем килә. Әгәр ҙә оҡшаһа, артабан да яҙасаҡмын. Әле өлкәндәр өсөн яҙылғандарҙы йыйынтыҡ итеп сығарырға теләйем. “Ҡаяға һыйынған ҡайын” повесын айырым китап итеп баҫтырырға ине. Әле бер әйбер яҙа башланым. Фэнтэзи жанрында. Ҡыҙыҡ ҡына булмаҡсы.

– Һеҙҙең илһам ҡанаттарығыҙ талмаһын, ижад шишмәләрегеҙ һайыҡмаһын. Мауыҡтырғыс әҫәрҙәрегеҙ менән балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә берҙәй ҡыуандырып тороғоҙ!

– Рәхмәт!

Айгөл Иҙелбаева.
"Һаҡмар": Әҙәби кисәләр

"Һаҡмар": Хәтирәләр
h02
Бала сағымдағы тәүге һайлау
Һуғыш бөтөүгә 4 йыл тирәһе үтһә лә, ауылдарҙа, колхоздарҙа бик ауыр һулыш алалар ине. Беҙҙең Күсей, Басай, Иҫәнбәт, Тоҡтағол ауылдарын берләштергән Ворошилов исемендәге колхозда барыһы егермеләп ат тороп ҡалған. Эшкә күберәк үгеҙ егәләр ине. Тракторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы әле юҡ. Колхозға эре тешле тәгәрмәстәр ҡуйылған “Нати” тракторҙары 1950 йылдарҙың баштарында ғына килә башланы. 1954 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштерә башлағас, беҙҙә лә ДТ-54 тракторы һәм игенде сабып яҫмаларға һалып барған “Сталинец”тар килде. Халыҡ аслы-туҡлы йәшәне, үлмәҫлек кенә аҙыҡ күрә, йәйен ойотҡан һәм йыуа менән туҡлана. Колхоз етештергән ит, һөт аҙығы, иген тулыһынса хөкүмәткә, ә уның өстән бер өлөшө Европаға бушлай китеп торҙо. Был эштең маҡсаты Европа илдәрендә социализмдың абруйын күтәреп, уны урынлаштырыу ине.

Йыл әйләнәһенә ял күрмәй эшләгән кешеләр көҙгөһөн йылына бер мәртәбә 2-3 тоҡ он алды. Кешеләр, бала-саға әҙерләгән бесәнгә аҫралған малдан етештерелгән ит, һөт, йомортҡа, тире, йөндәрҙең яртыһын ауыл хужалығы һалымы тип (продналог) бушлай алып киттеләр. Халыҡҡа өй башына бер һыйыр ғына көтөргә рөхсәт бар ине. Заготовитель йыйып йөрөгәндә, ас йәшәгән балалар, әсәйҙәр шым ғына илаша торғайнылар. Сөнки тауыш сығарһаң, НКВД-нан килеп етәләр һәм ябалар ине. Был һалымды Хөкүмәт башлығы Г.М. Маленков 1954 йылда бөтөргәс, халыҡ яҡшыраҡ туҡлана башланы. Колхоздың иген баҫыуҙарында ятып ҡалған башаҡты ла йыйыуға рөхсәт булманы, ә йыйғандарҙы туҡманылар, яптылар. Шулай ҙа үлем хәленә еткән әсәй-өләсәйҙәр башаҡ йыйып маташты.
Ошондай йылдарҙың береһендә илебеҙҙә тәүге һайлау үтте. Уға ныҡлап әҙерләнделәр. Ауыл советында, колхоз идараһында, һайлау үтә торған ерҙә – мәктәптә әләмдәр, плакаттар эленде. Ауылда урамдарҙы, һәр кем ихаталарын таҙартты. Колхозыбыҙ рәйесе Ҡыуатов һәр эшсегә 3-әр кг он бирҙертте. Ул үҙе генә лә ҙур байрам ине. Ял көнө мәктәптә һайлау үтте.
Атайым менән әсәйем, өйҙәге эште тамамлағас, мине эйәртеп, һайлауға киттек. Ҡаршыға һайлап ҡайтып килгәндәр осрай. Бүлмәгә барып индек. Атайым менән әсәйемә күрше класҡа инергә ҡуштылар. Унда барып инеүебеҙ булды, тәмле икмәк еҫе мине: “Әсәй, бында икмәк еҫе сыға!” – тип ҡысҡырып ебәрергә мәжбүр итте. Әсәйем йылмайып ҡына башымдан һыйпаны ла: “Әгәр апайыңдар бирһә, ашарһың”, – тине. Мин ике апайҙан күҙ ҙә алмай тамшана-тамшана ишек төбөндә күҙәтәм. Апайҙар һайлаған кешеләргә ике йөҙ грамлыҡ күмәс, икешәр кәнфит һәм яртышар стакан араҡы ҡойоп биреп торалар ине. Теләгәндәргә колхоздың ҙур самауырынан шәкәрле сәй ҙә бирәләр. Атайымдар ҙа, ашамлыҡтарҙы алып парта артына ултырғас, яндарына саҡырҙы. Шул ваҡыт бер апай миңә бер күмәс һәм дүрткел кәнфит бирҙе. Мин ҡыуаныстан ҡатып торғанда, әсәйем саҡырып алды. Беҙ өсөбөҙ ҙә икмәктәрҙең әҙерәк өлөшөн ашағас, ҡалғанын кеҫәләргә һалып, ҡайтып киттек. Әсәйемә: “Марат, Морат ҡустыларыма үҙемдең икмәк менән кәнфитте ашатам”, – тип өйгә йүгерҙем. Ике ҡустыма ҡалған икмәкте бүлеп, берәр кәнфитте биргәйнем, улар таҡта түшәлмәгән иҙәнебеҙҙә ултырып, ҡыуаныша-ҡыуаныша ашанылар. Иртәгеһенә, иртәнге эш бөткәс, әсәйемә: “Әйҙә һайлауға киттек”, – тип әйтеүемә ул: “Һайлау башҡа булмай”, – тигәс, мин бик бойоҡтом. Был хәлгә алтмыш йылдан да ашыу ваҡыт үтеп китте.
Хәҙер халыҡтың көнкүреше һм әхлаҡи торошо, мин яҙып үткән осор менән сағыштырғанда, ныҡ ҡына айырыла. Шарттар бик ныҡ яҡшырҙы. Әгәр эсмәһәң, һаулығың булһа, мул тормошта йәшәргә мөмкинселектәр күп. Ни тиһәң дә, батша власы осорондағы йәки үткән быуаттың илленсе йылдарына тиклемге дәүерҙәге үлемесле тормош түгел. Ул ваҡытта эшселәр, крәҫтиәндәр үҙҙәренең эш хаҡының ундан бер өлөшөн дә алманылар.
Хәҙерге ваҡытта теләһәң – ялланып эшлә, теләһәң – үҙ эшеңде ас, йә булмаһа үҙ алдыңа күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫра. Төҙөлөшкә килгәндә, өй төҙөйһөңмө, завод-фабрика һалаһыңмы – барыһына ла рөхсәт.
Мин был һүҙҙәрҙе нимәгә иҫкә алам? Йыш ҡына хөкүмәткә, чиновниктарға үсегеп, үҙ тунын үҙҙәре яғыусылар бар. Бер эш тә ҡыбырлатмай, йыл әйләнәһенә һоранып эсеүселәрҙең күбәйеүе аяныслы, хатта һайлауҙарға ла 30-40 процент халыҡ йөрөмәй башланы бит. Берҙәм, татыу, күмәкләп хәл иткәндә генә ул-был тормош мәсьәләһен яҡшыртып була. Бының өсөн кешелекле булыу ғына кәрәк.
Самат Бикбирҙин, хеҙмәт ветераны.
Темәс ауылы.
"Һаҡмар": Хәтирәләр

"Һаҡмар": Район гәзитенә – 80 йыл
h02
Беренсе мөхәррирҙе хәтерләп

Ниндәй генә баҫманың тарихына күҙ һалһаң да, иң элек уның тәүге мөхәррире телгә алына. Был йәһәттән Баймаҡ Матбуғат йортона ҡуйылған таҡтаташҡа күҙ һалыу ҙа етә: “Был йортта 1930-1932 йылдарҙа “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитен ойоштороусы һәм уның тәүге мөхәррире, драматург Сәғит Мифтахов эшләгән”. Был яҙмамда мин уның исеменә бәйле бер нисә хәл-ваҡиға тураһында һөйләмәксемен.

Сәғит Мифтах улы Мифтахов тураһында, әлбиттә, быға тиклем дә район гәзитендә яҙылды. Шуға күрә лә тағы бер тапҡыр тәфсирләп һөйләүҙең хәжәте юҡ. Тик биографияһының төп өлөштәрен генә иҫкә төшөрөп үтәм. Ул 1907 йылдың 10 ғинуарында Нуриман районының Ҡыҙылъяр (хәҙер Красная Горка) ауылында тыуған. Стәрлетамаҡта, Мәскәүҙә уҡыған. Өфөлә уҡытыу эшендә була, дәүләт сәнғәт техникумына етәкселек итә. 1930 йылда Баймаҡ райкомына мәҙәниәт-пропаганда бүлеге мөдире итеп ебәрелә. Партия эше менән бергә С.Мифтахов гәзит менән дә шөғөлләнә.
Мөхәррир Түбә алтын приискылары эшселәре тормошоноң уртаһында ҡайнай, район буйлап йөрөгәндә крәҫтиәндәрҙең эштәре менән яҡындан таныша, колхоздар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша, үҙенең буласаҡ әҫәрҙәре өсөн материалдар туплай. Яҙыусының “Һаҡмар”, “Зимагорҙар”, “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт” һәм башҡа киң билдәле драмалары Баймаҡ ерендә тыуа.
Беҙҙең яҡташ-шағир Сәләх Кулибай Сәғит Мифтаховтың Баймаҡтағы бер көнөн бына нисек хәтерләй:
— Уның тураһында нимә әйтергә? Яҡшы иптәш. Принципиаль коммунист. Район гәзитенең тәүге мөхәррире. Күренекле драматург. Шәп оратор... Бөтә был әйтелгәндәр – хәҡиҡәт, әммә ул яҙыусыны тулыһынса баһаламай. Мин С.Мифтаховты тәүге күреүемде яҙып үтәм.
Июнь. Был айҙа беҙҙең Ирәндектә лә һабантуйҙар үткәрелә. Тап ошо мәлдә тыуған яғыма ҡайттым. Шулай итеп, мин Баймаҡ һабантуйында. Майҙан тирәләй палаткалар һәм тирмәләр ҡоролған, ә тап уртала – бураҙна менән айырылған көрәш урыны. Халыҡ ҡырмыҫҡа иләүендәгеләй күп. Көрәш майҙаны янында – асыҡ сәхнә һәм киң трибуна. Трибуна өҫтөндә бер төркөм кеше ҙур ҡыҙыҡһыныу менән көрәште күҙәтә, фекер алыша. Былар, күрәһең, район һәм завод етәкселәрелер.
Был төркөмдә минең иғтибарҙы тырпайып торған ҡара сәсле, хром итек, аҡ китель, хаки төҫлө галифе кейгән йәш егет йәлеп итте. Ул трибунанан йүгереп төштө, судьялар менән нимәлер тураһында һөйләште лә урынына ашыҡты.
Теремек, бәләкәйерәк буйлы был егетте элек Баймаҡта осратҡаным булманы, тәүгә күреүем. Ярыштар барышында уны судьялар янында йыш күрҙем, ул ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер аңлата, үҙенекен иҫбат итә. Һабантуйҙың һуңғы өлөшөндә, ат сабышы барғанда, егет ҙур ташҡа менеп баҫты һәм бик ихлас бәйгеселәрҙе күҙәтте, ҡысҡырып, ҡулдарын һелтәп, уларҙы ҡеүәтләне. Һуңынан уның Сәғит Мифтахов икәнен, райкомдың пропаганда бүлеген етәкләүен белдем.
1932 йылда С.Мифтахов Өфөгә ҡайтарыла. Ул бында төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй. Бөйөк Ватан һуғышының икенсе көнөндә үк патриот-яҙыусы тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән фронтҡа китә. Ул уҡсы полкта политрук булып хеҙмәт итә. Ләкин хәрби тормошо оҙаҡ дауам итмәй – 1942 йылдың февралендә батырҙарса һәләк була. Был ваҡытта уға ни бары 35 йәш кенә ине.
Талантлы йәш яҙыусыны һәм мәҙәниәт фронтының арыу-талыуһыҙ көрәшсеһен, беҙҙең төбәктә гәзит эшен уңышлы башлап ебәреүселәрҙең береһен баймаҡтар онотмай, тәрән рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала. Юғарыла телгә алынған таҡтаташтан тыш, исеме ҡала урамдарының береһенә бирелгән. 1977 йыл башында район гәзите редакцияһы һәм журналистарҙың беренсел ойошмаһы Сәғит Мифтахов исемендәге журналистар премияһын булдырҙы.
Ул ваҡытта премиялар хәҙерге кеүек үк күп түгел ине, шуға күрә лә редакцияның башланғысы урындағы журналистарҙа, хәбәрселәрҙә, хатта башҡа баҫма хеҙмәткәрҙәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, ижад ҡомарын тыуҙырҙы. “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Ирек Кинйәбулатов бер мәл шундай хәбәр әйтмәһенме: “Рәшит, был премияға, әлбиттә, һин дәғүә итәһең. Ә бына һеҙҙең гәзиткә берәй очерк баҫтырһам, уны икебеҙгә бүлеп бирмәҫтәрме икән?” Мин, һуйылмаған малдың тиреһен бүлешәбеҙ икән, тип мәрәкәләнем. (Был турала 2008 йылда “Башҡортостан” гәзитендә лә яҙҙым).
Үтә лә тынғыһыҙ эш менән 1977 йыл да үтеп китте (ул заманда гәзит, ысынлап та, көсөргәнеш менән сыҡты, күп осраҡта ал-ял белмәй, төнгәсә эшләнек). Шул уҡ ваҡытта премия тураһында ла онотманым: ноябрь һәм декабрь айҙарында Ленин исемендәге колхоздың данлыҡлы тракторсыһы Ишбулды Сәғәҙәтов һәм «Йылайыр» совхозының билдәле игенсеһе Борис Фролов тураһында очерктар баҫтырҙым. 1978 йылдың 9 ғинуарында ошо яҙмалар өсөн мин беренсе булып Сәғит Мифтахов исемендәге премияға лайыҡ булдым. Премияны һәм дипломды комиссия рәйесе, партияның район комитеты секретары Р.Х.Хисмәтуллин тапшырҙы (ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде). Редакциялағы коллегаларым был яңылыҡты “Совет Башҡортостаны” гәзите аша бөтә республикаға таратты. Һәм мин Өфөнән, Мифтаховтар ғаиләһенән, ҡотлау телеграммаһы алдым. Был телеграмма шәхси архивымда әле лә һаҡлана.
Әйткәндәй, тәүге очерк нигеҙендә яңы яҙма әҙерләнем һәм ул 1980 йылда “Именем Ленина названы” китабында (“Башкнигоиздат”), ә 1982 йылда Саратов ҡалаһында сығарылған “Степные просторы” төбәк журналында баҫылды. Икенсе материал иһә “Гәзит – тормош көҙгөһө” исемле журналист яҙмалары китабымда донъя күрҙе (Баймаҡ, 2007 йыл).
Минән һуң абруйлы премияға байтаҡ журналистар лайыҡ булды. Уларҙан иң элек беҙҙең хөрмәтле мөхәрриребеҙ Борхан Абдулла улы Сәмиғуллинды (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм) телгә алыу фарыз. Лауреаттар исемлегендә шулай уҡ яҡташ яҙыусылар Берйән Байымов, Азамат Ҡәҙерғоловтар ҙа бар (улар ҙа баҡыйлыҡҡа күскән). Ижади сәм йәмәғәт хәбәрселәрен дә әүҙемләштерҙе: С.Рафиҡова, Ю.Моряков, Ғ.Иҙелбаев, С.Мөхәмәтшин, В.Буранбаевтар лауреат булып танылды. Был йәһәттән профессиональ журналистарҙан Т.Ушановты, Г.Ниғәмәтованы, Х.Үтәевты телгә алырға була.
Күрәһегеҙ, лауреаттар араһында йәштәр юҡ, сөнки тиҫтә йылдан ашыу инде С.Мифтахов премияһы бирелмәй. Был изге эштең ни өсөн туҡтатылыуы, уны яңынан тергеҙеү тураһында матбуғатта ла, айырым йыйылыштарҙа ла байтаҡ һүҙ булды, шуға күрә был мәсьәлә тураһында һүҙҙе ҡуйыртып тормайым. Кәрәк тапһалар, тейешле вазифалы иптәштәр, власть органдары сараһын күрер, тип ышанайыҡ. Һүҙ ыңғайы шуны ла әйтмәү мөмкин түгел: һуңғы йылдарҙа Батыр Вәлид исемендәге премия ла онотолдо бит. Быныһы инде тағы ла үкенеслерәк. Тимәк, эш йәш журналистар өсөн үҙәк китапхана булдырған Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияға ғына тороп ҡалды...
Һүҙ ситкәрәк китте. Төп темаға күсәйек. 2007 йылда Сәғит Мифтаховтың 100 йыллыҡ юбилейы туған Нуриман районында киң билдәләнде. Ғинуар айында райондың “Красный ключ” гәзитендә яҙыусы тураһында бер битлек очерк баҫыла. Унда Сәғиттең үҫмер сағынан уҡ бик һәләтле, тынғыһыҙ, гел алға ынтылыусан шәхес булғанлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Шуға күрә ул комсомол, партия органдарында ла, мәғариф, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Етмәһә, гел генә төп эше менән бер рәттән йәмәғәт бурыстарын да әүҙем башҡара. С.Мифтаховтың бер урында оҙаҡ эшләмәүе ул заманда уның һымаҡ әҙерлекле кадрҙарҙың етешмәүе менән аңлатыла. Ул төрлө яуаплы вазифалар атҡарһа ла, ижад тураһында һис онотмай, башҡорт драматургияһына нигеҙ һала, милли опера сәнғәтен булдырыуға булышлыҡ итә. Яҙыусы һуғышҡа тиклем дә ҡайғы кисерә – ҡатыны Асия фажиғәле һәләк була. Икенсе ҡатыны Хәнифәнән ике ул тыуа – Асҡар (1933 йылғы) һәм Байрас (1941). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Асҡар 59 йәшендә генә мәрхүм була, ә икенсе улдары – элекке хәрби диңгеҙсе, әле хаҡлы ялда, Өфөлә йәшәй.
Ноябрь айында район гәзитендә С.Мифтаховҡа бағышлап тағы бер бит баҫыла. Унда минең яҙыусының Баймаҡ дәүере тураһында яҙылған ҙур мәҡәлә, күренекле яҙыусы Баязит Бикбайҙың хәтирәләре, фотоһүрәттәр донъя күргән. Ошонда уҡ Красная Горка урта мәктәбендә үткәрелгән саралар, бындағы музейҙың С.Мифтахов мөйөшө тураһында хәбәр ҙә урын алған.
Декабрь айында иһә район үҙәгендә С.Мифтаховтың 100 йыллығы уңайынан ҙур тантана ойошторола. Тәбрикләү һүҙе менән район хакимиәте башлығы М.И.Тимерғазин, Өфөнән килгән яҙыусылар, ғалимдар, яҡташ артистар сығыш яһай. Нуримандар Байрас һәм Людмила Мифтаховтарҙы, яҙыусының башҡа туғандарын йылы ҡаршы алды. Байрас Сәғит улы район архивына атаһының ҡулъяҙмаларын тапшырҙы. Район халыҡ театры С.Мифтахов пьесаларынан өҙөктәр күрһәтте.
Баймаҡҡа кире әйләнеп ҡайтып, шуны әйтер инем. Сәғит Мифтахов беҙҙә оҙаҡ эшләмәгән. Әммә беҙ уны талантлы драматург, гәзитебеҙҙең тәүге мөхәррире, маһир журналист булараҡ оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Быйыл, район баҫмаһына 80 йыл тулғанда, хәтеребеҙҙе тағы бер тапҡыр яңыртабыҙ.
Рәшит ҮТӘЕВ,
журналистика ветераны.
"Һаҡмар": Район гәзитенә – 80 йыл

"Һаҡмар": Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлөүгә – 70 йыл
h02
Онотолмай ялҡынлы йылдар

Рәсәйҙең хәрби данын күтәргән 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавдивизияһының ойошторолоу тарихынан
Республика йәмәғәтселеге күптән түгел 112-се (16-сы гв.) Башҡорт атлы дивизияһы ойошторолоуының 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 17 ноябрҙә Өфөлә ошо уңай менән конференция һәм Офицерҙар йортонда тантаналы ултырыш булды.
Дивизияның данлыҡлы хәрби юлын өйрәнеү буйынса урындарҙа күп эштәр башҡарыла. Сара аҙағындағы ҡарарҙа эшләйәсәк нәмәләр байтаҡ булыуы билдәләнде. Батыр яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың хәрби юлын өйрәнеү буйынса эште дауам итергә кәрәк тип әйтелде.
1941 йылдың 22 июнендә немец фашистары үҙҙәре баҫып алған Европа илдәре иҫәбенә хәрби-техник яҡтан яҡшы ҡоралланған көстәр менән Совет иленә аңғармаҫтан һуғыш аса. СССР армияһы тәүге көндән алып көсөргәнешле алышһа ла, немецтар илдең күп кенә өлөшөн ваҡытлыса баҫып алыуға иреште. Балтик буйы илдәре, Белоруссия, Молдова оккупанттар аҫтында ҡалды, Мәскәү, Ленинград ҡалаларына ҡурҡыныс тыуҙы.
Илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғона ошондай ҙур ҡурҡыныс тыуғанда, регуляр армияға өҫтәмә рәүешендә, доброволецтарҙан торған ғәскәри берәмектәр төҙөлә башлай. Республика хөкүмәте башҡорт халҡының һорауы буйынса тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә, ГКО-ға атлы дивизия төҙөүгә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән телеграмма килеп төшә – “Идя навстречу желаниям трудящихся Башкирской АССР, ГКО разрешает срочно формировать на территории республики две башкирские кавдивизии. Номера дивизий: 112-я и 113-я. Желаю успехов. Председатель ГКО И.Сталин”.
Ошо ҡарарға ярашлы, Башҡорт АССР-ы хөкүмәте 1941 йылдың 17 ноябрендә 112-се, 113-се кавдивизиялар төҙөүҙе хәл итә. Шулай итеп был дата Башҡорт атлы дивизияһының төҙөлөү көнө тип билдәләнә.
Хәрби соединениеның тулыланыуында һәм нығыныуында Баймаҡ халҡы ла әүҙемлек күрһәтә. Уның составына инергә теләүселәр ғариза менән килә башлай. Бына уларҙың бер нисәүһе: “Мине Башҡорт кавдивизияһына ебәреүегеҙҙе һорайым. Йөрәгебеҙгә һәм ғүмеребеҙгә дан биргән Рәсәйҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн үҙ-үҙемде аямай, арымай-талмай һуғышырға һүҙемде бирәм”, – тип яҙа Баймаҡ егете Ибраһим Әбсәләмов.
Беренсе Этҡол мәктәбе директоры, уҡытыусы Исхаҡ Йәнбәков үҙенең ғаризаһында: ”Мин доброволец булып Фин һуғышында ҡатнаштым. Яу тәжрибәһе бар, илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында торғанда тыныс ята алмайым», – тип яҙа.
Бына ошондай патриот ир-егеттәрҙән төҙөлә инде 112-се Башҡорт атлы дивизияһы. Унда башта коммунистар һаны 12%, һуғышҡа ингәндә 32% тәшкил итә. Хәрбиҙәрҙең тәьминәтенә халыҡ күп өлөш индерә. “Башҡортостан буйынса кавдивизия төҙөү өсөн 13335 ат, 12311 дана амуниция, 1000 бот аҙыҡ-түлек, фураж әҙерләнде”, – тип яҙҙы үҙенең хәтирәләрендә билдәле шәхес Б.Мәмбәтҡолов.
Был патриотик халыҡ хәрәкәтенә баймаҡтар ҙа әүҙем ҡушылды. Баймаҡ ширпотребында (директоры У.Мансуров) мастер Ә.Вәлиев етәкселегендәге тегенселәр яугирҙәргә 200 тун һәм 250 кәпәс текте. Семеновск руднигы тимерлегендә тимерсе Юлдашбаев етәкселегендә ат дағалары, Темәс күнзаводында ат сбруйы, эйәрҙәр, хужалыҡтарҙа саналар, фургондар эшләнде, колхоздарға аҙыҡ-түлек тәьминәте өсөн айырым план бирелде.
Былар барыһы ла үҙ нәтижәһен бирмәй ҡалманы. Баймаҡтар бирелгән планды арттырып үтәп, 1000 тун, 900 пар быйма, 5000 пар бейәләй, 10000 ҡулъяулыҡ, 6000 кисет тапшырҙы. Унан тыш тыл тәьминәте өсөн 250 пар саңғы, 100 хәрби фургон һәм сана, 500 баш ат ебәрелде.
1942 йылдың март айында кавдивизияның штабынан ошондай рәхмәт хаты ебәрелә: “Председателю райсовета Назирову!
Командование 112-й Башкирской кавдивизии выражает большую благодарность за присланные подарки, и особо признательны за коня, преподнесенного комиссару дивизии...
112-я Башкирская кавдивизия, закончив свое формирование, выступит как грозная сила, способная нанести сокрушительный удар врагу.
Командование дивизии заверяет Вас, трудящихся Баймакского района, что кавдивизия под руководством наркома обороны, любимого вождя народов т. И.Сталина оправдает высокое доверие башкирского народа и войдет в число передовых дивизий нашей доблестной Красной армии.
Командир 112-й Башкавдивизии М.Шаймуратов».
Халыҡтың илһөйәрлек күтәрелеше көслө булды. Бына бер миҫал – Иҙрис ауылында йәшәүсе Ғәзизә Баймөхәмәтова үҙ көсө менән халыҡтан аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр йыйып, 1943 йылдың февралендә колхоздан ат һорап алып, 3 йөк әйбер тейәп, бер нисә кеше оҙатыуында Дим станцияһында торған һыбайлыларға (ире уҡытыусы Дауыт шунда хеҙмәттә булған) алып барып тапшыра.
Баймаҡта кавдивизияны төҙөү, беренсе доброволец һалдаттарҙы йыйыу эше тамамланып, оҙатыу ваҡыты ла етә. Б.М. Мәмбәтҡолов үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа:
“Проводы бойцов превратились в мощную демонстрацию советского патриотизма. В Башкавдивизию из Баймакского района первые добровольцы 208 человек (всего свыше 500) были отправлены 8 декабря 1941 года в торжественной обстановке. Уходящие на фронт были построены на заводской площадке г.Баймака. Провожали собравшихся представители района, родные и близкие, учащиеся школ города. Состоялся митинг, выступавшие давали наказы, а воины дали клятву с честью выполнить их. Затем они на 27 автомашинах отправились до ст.Магнитогорск.
Среди первых добровольцев были из Тубинска – 50 человек, из Сибайского рудника – 20, Темясовского сельсовета – 35, из Муллакаевского с/с – 20, Второго Иткулова – 8 человек и другие. Всего в рядах кавдивизии служили около 700 человек”.
ВКП(б)-ның Баймаҡ райкомы секретары М.Нәзиров дивизияның комиссары итеп тәғәйенләнә. Баймаҡтарҙан Б.М. Мәмбәтҡолов, Ҡ.Аҫылбаев, Х.Ҡотоев, Ҡ.Хисмәтуллин, Р.Әйүпов, Ф.Ҡотлоғужин, Ә.Әбүбәкиров һәм башҡалар эскадрон, взвод командирҙары булып хеҙмәт итте. Комсомол-партия эшен яҡташыбыҙ Ә.Абалов, И.Йәнбәков, М.Ғәлин, Р.Һағуманов, З.Вәлиев һ.б. алып барҙы. Кесе командирҙар булып М.Арыҫланов, Ғ.Сәйфуллин, И.Әбүталипов, М.Хәмитов хеҙмәт итте.
Яҡташыбыҙ Тәфтизан Миңлеғолов батырҙарса һәләк булғас, уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Күптәр үҙ батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән бүләкләнде. Таулыҡай ауылы егете Баҡый Вәлиев 1943 йылдың 23 февралендә дивизияның Ҡыҙыл Байрағын дошмандың ҡыҙыу уты аҫтынан алып сыҡты. Уның был батырлығы ҙур хәрби ҡаһарманлыҡ билдәһе булып һанала.
Баймаҡтар бына шулай итеп дивизияның еңеүҙәренә, даны күтәрелеүенә күп көс һалды. Дивизиянан 78 кеше Советтар Союзы Геройы исемен алды. Ә дивизияның үҙе Ленин, Ҡыҙыл байраҡ, 2 Суворов, Кутузов ордендары менән бүләкләнде.
Ә мин үҙ сиратымда дивизияның 70 йыллыҡ юбилейы тулыуы айҡанлы тәҡдим итәм:
1) Баймаҡ ҡойоу механика заводы клубында (Башҡорт атлыларын оҙатыу урыны) мемориаль таҡтаташ асырға һәм 8 декабрҙе иҫтәлекле дата тип рәсмиләштерергә;
2) Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арнап ҡуйылған элекке мемориаль комплексты яңынан реконструкциялап, дивизия яугирҙәренә арнарға;
3) Элекке район хәрби комиссариаты урынлашҡан йорт урынына иҫтәлекле стела ҡуйырға.

Рамаҙан Үтәғолов,
Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты,
Башҡортостан Республикаһының почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе.
"Һаҡмар": Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлөүгә – 70 йыл

"Һаҡмар": Проблема күтәрәбеҙ
h02
«Әсәй! Әсәлек капиталына алынған өйөбөҙ ҡайҙа?»
«Бер ҡыйырсыҡ икмәк булһасы!..»
Ҡышҡы һыуыҡ көн. Асыҡ ишектән ҡурҡыныс аждаһалай булып ингән ап-аҡ туңдырғыс боҫҡа түҙмәй кескәй өс ҡыҙсыҡ ултырғыс башына менеп торҙо. “Өлкәне” – биш йәшлек апай бәләкәй туғандарын: “Хәҙер тәҙрәнән генә ҡарап торһаҡ, әсәйебеҙ тиҙ ҡайтып етә”, – тип йыуатҡан булды. Береһе – 2007, икенсеһе 2009 йылғы ғына булған балаларҙың уға яуап өндәшергә лә хәле юҡ. Һыуһаған-асыҡҡан балалар илауҙың да файҙаһы булмауын күптән яҡшы аңлай. Табалағы “ризыҡты” тағы ла ашап маташтылар. Юҡ, сейле-бешле, тәмһеҙ, ҡатып бөткән бутҡа булырға тейешле ашты кескәйҙәр ашай алмай шул. Шулай ҙа үҙәкте өҙөп алып барған аслыҡтан бер-ике ҡалаҡ йотҡан булдылар. Ә тамам хәлһеҙләнгән ике йәшлек ҡыҙыҡайҙың тамағынан сей тары үтмәне. Их, исмаһам, бер ҡыйырсыҡ ҡына икмәк булһа! Ҡыҙҙар биҙрәләге боҙҙо алып кимерҙе. Ә әсәй һаман юҡ та юҡ.Read more...Collapse )
Өс баланың тәҙрәнән ҡапланып ҡарап тороуын күреп ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары тиҙ арала был йортҡа йыйылды. Өшөп бөткән ҡыҙҙарҙы йылытыу өсөн мейескә яғырға утын юҡ. Балаларҙың өҫтөндәге кейем бик насар, хатта ҡыҙ бала булһалар ҙа, майка-трусиктың нимә икәнен дә белмәйҙәр.
Аҡса... елгә осҡан!
1984 йылғы әсәнең эсергә әүәҫ булыуын белгән ҡатындар уны эҙләй башлай. Иң аяныслыһы, ошо уҡ ауылда балаларҙың өләсәһе йәшәй, тик ул ейәнсәрҙәренең генә түгел, ә үҙ балаларының яҙмышына ла битараф. Тиҙҙән йәш ҡатындың әсәлек капиталының аҡсаһын алып, ҡалаға «теттерергә» сығып китеүе асыҡлана.
Биш көн ҡайтмаған кәкүк әсәне көтөүҙән фәтүә юҡлығын аңлап, ҡатын-ҡыҙҙар советы был ғибрәтле хәл тураһында балаларҙы ҡурсыу һәм опекаға алыу бүлегенә, участка полицейскийына хәбәр итә. Кескәйҙәрҙе Сибай ҡалаһындағы социаль приютҡа алып китәләр. Приют хеҙмәткәрҙәре ҙур күҙле, сәстәре тулҡынланып торған ҡыҙҙарға ҡарап: “Йә, Хоҙай, ошондай матурҡайҙарҙы ла ташлағас!” – тип ҡуя.
Йыуындырып, матур кейемдәр кейҙерелгән ҡыҙҙарҙың тамағын туйҙырғас, улар рәхәтләнеп уйнай башлай, йөҙҙәренә нур йүгерә. Эйе, кескәйҙәребеҙҙең бәхете өсөн күп кәрәк түгел шул.
“Гастролдәренән” йөрөп ҡайтҡан әсә ҡыҙҙарҙың өйҙә булмауын белгәс, уларҙың ҡайҙалығын асыҡлай һәм кескәйҙәрен өшөүҙән, асығыуҙан йәки башҡа фажиғәле хәлдән ҡотҡарып ҡалған ҡатындарҙы... әрләй, ғәйепләй башлай. Уға ошо көнгә тиклем ейәнсәрҙәренең килеп хәлен дә белмәгән өләсәй ҙә ҡушыла. Әсәлек капиталы ла елгә осҡан булып сыға. Ҡатын әйтеүенсә, аҡсаны уның бер туған кейәүе тартып алған. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары: “Ә ни өсөн һин полицияға хәбәр итмәйһең? Улар аҡсаңды кире алып бирер”, – тиеүенә “Юҡ, ул былай ҙа ҡайтарасаҡ”, – ти.
Хәҙерге ваҡытта ошо ҡатын ҡылған ҡылыҡтары өсөн оялышынан нимә эшләргә белмәй, тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, ул балаларҙы үҙенә ҡайтарыуҙы... талап итә. Ҡышҡыһын балаларҙы бер нисә көнгә һыуыҡ өйҙә, аҙыҡһыҙ ҡалдырып китеү енәйәт түгел, тип уйлай ул. Уның фекеренсә, барыһында ла хәлһеҙләнгән кескәйҙәрҙе ҡотҡарып ҡалған ҡатындар ғәйепле. Хәҙерге ваҡытта ҡатын Баймаҡ ҡалаһында торлаҡ табып, ҡыҙсыҡтар менән шунда йәшәмәксе икән. Әлбиттә, ҡалала уға эҙ юғалтыу, аҙна һайын тикшереп торған ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларынан ҡасыуы еңел буласаҡ. Фатирға бикләнгән кескәйҙәр тураһында кем белә? Йәш ҡатынға бында бер кем дә эсергә лә, үҙе яратҡан тормошто алып барырға ла ҡамасаулай алмаясаҡ.
Риэлторға сират янамай
Әсәлек капиталын ҡатын нимә өсөн һәм нисек алған һуң? Хөкүмәт тарафынан ошо сертификатҡа лайыҡ булған ҡатындар, уны алыуы ни тиклем ауыр, мәшәҡәтле, оҙаҡ ваҡытты талап итеүен яҡшы белә. Сөнки Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һине тулыһынса тикшерә, үҙеңде лә, документтарыңды ла энә күҙәүенән үткәрә. Әсәлек капиталы ниндәй маҡсатта алына, ҡайҙа ебәрелә – барыһы ла ҡарала.
Ошо аҡсаға рәхәтләнеп типтереп йөрөгән ҡатын нисек әсәлек капиталын аҡсаға алмаштырған һуң? Бик еңел – риэлтор аша. Иғтибар итһәгеҙ, бәләкәй генә ҡалабыҙҙа риэлторҙар бик күбәйҙе. Яңыраҡ теркәү палатаһынан әлһерәп сығып килгән таныш апайҙы осраттым. “Бер ҡағыҙ өсөн, ышанаһыңмы – юҡмы, өс аҙна йөрөнөм. Бөгөн инеп ҡултамғамды ҡуйып, бер минут эсендә алып сыҡтым. Шуның өсөн күпме ваҡыт ыҙалаттылар. Хатта “Һәнәк” журналына “203-сө кабинет төбөндәге уйланыуҙар” тигән фельетон яҙып ебәрәйемме тип уйлайым. Анау, риэлтор тигән нәмәләр инеп ултырып ала ла, ике-өс сәғәт буйы сыҡмайҙар. Баҡһаң, кешеләрҙән документтар йыйып алып, әсәлек капиталының документтарын үткәрәләр. Ә беҙ, ябай кешеләр, кабинет төбөндә ултырабыҙ. Бер кеше инеп киткәс, тиҙ була тип уйлайһың, ә ул риэлтор булып сыға. Улар теркәү палатаһы кешеләре менән дә таныш, бер-бер артлы сиратһыҙ инеп, кабинетҡа йәйелешеп ултырып алалар. Бөгөн ошо кабинет төбөндә ултыра торғас, сираттағы кешеләр үҙ-ара талашып киттек. Хәҙер уңайһыҙ. Бына бит улар беҙҙе ниндәй хәлгә еткерә! Шул риэлторҙар өсөн айырым ҡабул итеү көнө эшләһәләр була бит инде. Әллә кешеләрҙе үлемесле итеп талаштырыуҙан йәм табалармы икән?” – тип ҡайғы-хәсрәттәре менән уртаҡлашты ул.
Ысынлап та, әсәлек капиталын аҡсаға алмаштырыуҙы еңел кәсепкә әүерелдергән риэлторҙар бар ерҙә сиратһыҙ үтә, үҙҙәренә түләнгән 60-120 мең һумды тулыһынса аҡлай. Балаларын ташлап, юҡҡа сыҡҡан ҡатындың да “өй һатып алыуы” асыҡланды. Йорт Баймаҡта урынлашҡан, унда йәшәгән кешеләр бер ҡайҙа ла күсенергә йыйынмай.
Эйе, әсәлек капиталына сертификат тапшырыу хәүефле социаль төркөмгә ингән ҡатындарҙың бала табыуына килтерҙе. Дауаханаға иҫерек килеш килтерелеп, үҙенең сабыйға ғүмер биргәнен белмәй ҙә ҡалған “әсәләр” ниндәй тәрбиә бирә ала? Уларҙың күбеһе риэлторҙарға йөҙ мең һумын йәлләмәй биреп, ҡалған аҡсаһын кәйеф-сафа ҡороуға тотона. Хөкүмәттең ишле ғаиләләргә ярҙам итергә теләк белдереүе бынан ошондай алама күренештәрҙе лә барлыҡҡа килтерҙе.
Әсәләре ҡаланан ҡайтҡансы үлемесле була яҙған матур ҡыҙсыҡтарҙың яҙмышы әлегә хәл ителмәгән. Беҙҙең районда был бер генә осраҡ булмауы күңелде бигерәк тә әрнетә. Әсәлек капиталы бирелгән саҡта, Әсәй булырға теләгән өсөн генә түгел, ә аҡса алыу өсөн бала табыусылар ҙа буласаҡ. Ошо сертификатты аҡса итәм тип бер-береһенең өйөн “һатып алып” күпме туған, күрше-тирә талашты, талаша?! Былар хаҡында беҙ барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ, тик өндәшмәйбеҙ генә. Тик беҙҙең өнһөҙлөгөбөҙ арҡаһында ас-яланғас, кәрәкһеҙ, артыҡ балалар ғына артыуын аңламайбыҙ...
Һуңғы һүҙ урынына
Мәҡәләлә хәл-ваҡиға ниндәй ауылда барыуын, изге эш башҡарып йөрөгән ҡатындарҙың исем-шәрифтәрен күрһәтмәнек. Сөнки бөгөн уларға балаларҙы ҡотҡарған өсөн күп алама һүҙҙәр, әшәкелектәр ишетергә тура килә. Шулай ҙа әсәләре ташлап киткән сабыйҙарға, ҡараңғы төндә бер ҡотолоу нуры булып барып инеп, ашатҡан, ғәзиз булырға тейешле кешеләренең ҡаты бәғерлегенән өшөгән кескәй йөрәктәрен йылытҡан, мәрхәмәтле һәм миһырбанлы был апайҙар алдында баш эйге килә.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
"Һаҡмар": Проблема күтәрәбеҙ

Юбилейҙар
h02
Күсейҙә тәүге уҡыу йорто асылыуға 130 йыл
 XIX быуаттың аҙағында Башҡортостанда йәҙитселек ысулы менән эшләгән  мәҙрәсәләр, мәктәптәр барлыҡҡа килә. Районыбыҙҙа тәүге мәҙрәсәләр  Муллаҡайҙа (1837), Таулыҡайҙа (1893), Темәстә (1874), Беренсе Этҡолда (1897), Билалда (1897), Юлыҡта (1897), Баймаҡта (1906),  Күсейҙә (1881) асыла. Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем алыусылар тыуған ауылдарына ҡайтып мөҙәристәр, мөғәллимдәр, имам-хатиптар булып эшләгән.

1880 йылда миллионер Рәмиевтар беҙҙең Күсей ауылында мәҙрәсә төҙөтә. Ул 1881 йылда асыла. Дини һабаҡтар менән берлектә яңы дәрестәр ҙә индерелә. Халыҡ педагогикаһы нигеҙендә ҡоролоп,  грамотаға өйрәтеүгә, тәрбиә  эшенә иғтибар бүленгән. Был 1920 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссариаты статистик бүлеге тикшеренеүҙәрендә күрһәтелгән.Read more...Collapse )</div>